02:05 (UTC+5), 05 Апрель 2017

Рөстәм Хәмитов: «Барыһы ла иҡтисадтың үҫеш кимәленә бәйле»

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы /. 4 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы коллегияһында сығыш яһаны. Ултырыш барышында министрлыҡтың 2016 йылдағы эшенә йомғаҡ яһалды һәм алдағы осорға төп бурыстар билдәләнде.
Республика етәксеһе Иҡтисади үҫеш министрлығының власть органдары системаһында биләгән мөһим ролен һәм статусын билдәләне. Министрлыҡ инвестиция мөхите, тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек, административ реформа, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең сифаты, конкуренцияның үҫеше өсөн яуап бирә, Хөкүмәт өсөн аналитик докладтар һәм йылдағыса фараздарҙан алып республиканың Үҫеш стратегияһына тиклем төп документтар әҙерләү менән шөғөлләнә.
- Иҡтисад – йәмғиәтебеҙҙең нигеҙе һәм өҫҡормаһы ул. Барыһы ла иҡтисадтың үҫеш кимәленә бәйле, шул иҫәптән илдәге һәм төбәктәрҙәге ижтимағи-сәйәси хәл дә. Һис шикһеҙ, иҡтисад үҫешергә тейеш, – тине Рөстәм Хәмитов. – Республика иҡтисадының үҫеше, минеңсә, тәү сиратта төрлө формалағы һәм йүнәлештәге инвестициялар; икенсенән, бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереү, инновацион мөхит булдырыу, йәғни яңыны, ғәҙәти булмағанды йәлеп итеү; һәм, өсөнсөнән, кеше капиталын үҫтереү менән бәйле буласаҡ.
Тулайым күрһәткестәрҙең һәйбәт булыуына ҡарамаҫтан, Башҡортостан иҡтисадының йән башына сағыштырма күрһәткестәре, ҡағиҙә булараҡ, уртаса, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк Башлығы. Шуға күрә бөтә дәүләт власы органдарының көсө республиканы ошо хәлдән сығарыуға йүнәлтелергә тейеш.
- Инвестициялар хаҡында һөйләнек. Уҙған йылды һәйбәт тамамланыҡ – 2015 йылғы кимәлгә ҡарата 104,2 процент. Ил буйынса уртаса алғанда ярайһы уҡ юғары. Был – Волга буйы федераль округында лидер һан, – тип хәбәр итте Рөстәм Хәмитов. – Төп үҫеш инвестицияларын ҙур сәнәғәт предприятиелары, бер аҙ урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ бирҙе. Ауыл ерендә бер нәмәбеҙ ҙә юҡ тиерлек. Инвестицияһыҙ иртәгәһе көндөң булмаясағын яҡшы аңлайбыҙ. Теләһә ниндәй шарттарҙа инвестициялар йәлеп итеү беҙҙең төп бурысыбыҙ булып тора. Был йәһәттән ең һыҙғанып эшләргә тейешбеҙ.
Республика етәксеһе әйтеүенсә, ошо йүнәлештәге уңышлы эш төбәктән кеше капиталы ағымын туҡтатырға һәм яңы эш урындарын булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Ауыл ерендә кооперацияларҙы үҫтереү был мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йоғонто яһай ала.
- Иҡтисади үҫеш министрлығы халыҡ менән эшләү, кешеләрҙе иҡтисади тормошҡа йәлеп итеү, бөтә халыҡ өсөн аңлайышлы булған уңайлы иҡтисади мөхит булдырыу йәһәтенән беҙҙең ҡарашты аңларға тейеш. Эшҡыуарҙар, шәхси бизнес, олигархтар өсөн генә түгел, ә бөтә кешеләр өсөн. Кеше үҙ мөмкинлектәрен ғәмәлгә ашырыу күҙлегенән был тормошта үҙен ирекле итеп тойһон өсөн, – тине Рөстәм Хәмитов. – Мине иҡтисад тоннанан һәм гектарҙан башлана тип ышандыра алмайһығыҙ. Юҡ, иҡтисад кешенән башлана.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика