Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
88
+0.1
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Март 2017, 09:30

Рөстәм Хәмитов «күләгәле» иҡтисад менән көрәшеү мәсьәләләре буйынса Волга буйы федераль округы Советы ултырышында ҡатнашты

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы матбуғат хеҙмәте
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2017 йыл, 29 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы /. 28 мартта Ырымбурҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов енәйәтле һәм «күләгәле» иҡтисад менән көрәшеү өлкәһендә, шул иҫәптән Волга буйы төбәктәре халҡына социаль әһәмиәттәге хеҙмәттәр күрһәткәндә федераль һәм төбәк власть органдарының үҙ-ара эш итеү һөҙөмтәлелеген арттырыуға арналған Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкил ҡарамағындағы Совет ултырышында ҡатнашты.
Ултырышты Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич алып барҙы. Унда статс-секретарь – Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Виктор Евтухов, Федерацияның хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары Алексей Черкасов, округ төбәктәре башлыҡтары, төрлө кимәлдәге дәүләт власы органдары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.
Совет ултырышын асып, Михаил Бабич Волга буйы федераль округы – ғәйәт ҙур иҡтисади мөмкинлеккә эйә булған бөтә яҡтан да үҫешкән биләмә, ошо хаҡта төбәктәрҙең байтаҡ финанс һәм хеҙмәт ресурстары, бизнес алып барыу өсөн йәлеп итеүсәнлеге дәлилләй, тип билдәләне. Мәҫәлән, 2016 йылда ғына төп капиталға инвестициялар күләме 2,4 триллион һумдан күберәк тәшкил иткән, Волга буйы федераль округы төбәктәренең тупланма бюджетҡа һалым һәм һалым булмаған табышы – 1,2 триллион һумдан ашыу.
- Шуның менән бергә төбәктәрҙә социаль-иҡтисади үҫеште тотҡарлаусы эске хәүефтәр һәм процестар ҙа бар, мәҫәлән, йәмғиәттең мөһим өлкәләренә, шулай уҡ дәүләт иҫәбенән һәм контроленән ситтә үҫешкән хужалыҡ субъекттары эшмәкәрлегенә инеүсе енәйәтселек менән бәйле, – тип билдәләне тулы хоҡуҡлы вәкил.
Әлеге ваҡытта белгестәр билдәләүенсә, «күләгәле» иҡтисадты тикшереүҙә рәсми статистика мәғлүмәттәренең, шулай уҡ уны иҫәпләү методикаһының булмауы ярайһы уҡ ҡыйынлаштырған мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Тулайым төбәк продуктында «күләгәле» сегмент күләмен нисек дөрөҫ һәм теүәл иҫәпләү мәсьәләһе хәл ителмәгән.
Тулы хоҡуҡлы вәкил округ төбәктәрендә иҡтисадтың «күләгәле» секторын кәметеүгә һәм финанс-хужалыҡ мөнәсәбәттәрендә тәртип булдырыуға йүнәлтелгән сараларҙы билдәләне: төбәк норматив-хоҡуҡи базаны булдырыу һәм камиллаштырыу, тейешле программалар һәм пландар әҙерләү һәм уларҙы үтәү, коллегиаль органдар һәм комиссиялар эшен ойоштороу, иҡтисади йүнәлештәге енәйәттәрҙе һәм хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлау буйынса саралар күрелә. Шуның менән бергә тулы хоҡуҡлы вәкил «ведомство-ара һәм комплекслы хәл итеүҙе талап иткән бер төркөм етди системалы мәсьәләләр ҡала, кредит-финанс өлкәһендә шикле финанс ағымдарҙың байтаҡ өлөшө һаҡланып килә» тип билдәләне.
«Күләгәле» эшҡыуарлыҡ хаҡында һүҙ йөрөтөп, тулы хоҡуҡлы вәкил дәүләткә төрлө түләү төрҙәрен, тәү сиратта һалым түләү буйынса йөкләмәләрҙе үтәмәү менән бәйле һорауҙарға иғтибар итте.
- Бер яҡтан, 2016 йылда округ төбәктәренең һалым түләүселәренән бөтә кимәлдәге бюджетҡа ингән һалым һәм йыйымдарҙың 7,5 процентҡа үҫеше билдәләнә, – тине Михаил Бабич. – Әммә шуның менән бер рәттән округ төбәктәрендә юғары кимәлдә һалым түләү буйынса хоҡуҡ боҙоуҙар ҙа бар.
Бынан тыш, Михаил Бабич рәсми теркәлмәйенсә эшләгән халыҡтың иҫәбен кәметеү, сәнәғәт продукцияһы, этил спирты, алкоголле һәм спиртлы шыйыҡсаларҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәшеү буйынса мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итергә кәрәклеген билдәләне.
- Был тәү сиратта хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, граждандарҙың ғүмеренә һәм һаулығына хәүеф-хәтәрҙе иҫкәртеү өсөн мөһим, – тине тулы хоҡуҡлы вәкил. Өҫтәп, ҡулланыусылар баҙары, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү, пассажирҙарҙы йөрөтөү һәм ритуаль хеҙмәттәр күрһәтеү менән бәйле өлкәләр енәйәтте бөтөрөү буйынса өҫтәмә саралар комплексын талап итә, тине.
Тулы хоҡуҡлы вәкил бюджет аҡсаларын үҙләштерергә һәм «күләгәле» әйләнешкә сығарырға маташыуҙарҙан (шул иҫәптән дәүләт һәм муниципаль һатып алыуҙарҙа) һаҡлау буйынса берҙәй саралар ҡабул итеү талап ителгәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Килешеүҙәр төҙөгәндә ришүәт биреү системаһын емерергә кәрәк, – тине тулы хоҡуҡлы вәкил.
Михаил Бабич Советта ҡатнашыусыларҙы эшҡыуарлыҡ йәһәтенән «күләгәле» иҡтисад секторын булдырыуҙың тәүшарттарын тикшерергә һәм уларҙы бөтөрөү буйынса килешелгән эш алып барырға саҡырҙы.
Ултырыш эшенең һөҙөмтәһе буйынса Дәүләт Думаһына һәм Рәсәй Хөкүмәтенә, федераль министрлыҡтарға һәм ведомстволарға, шулай уҡ төбәк властарына енәйәтле һәм «күләгәле» иҡтисад менән көрәшеү өлкәһендә үҙ-ара эш итеүҙе арттырыуға йүнәлтелгән аныҡ тәҡдимдәр һәм кәңәштәр әҙерләнде.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: