08:39 (UTC+5), 02 Марта 2017

Төбәктең күп функциялы үҙәктәрендә эшҡыуарҙарға һәм юридик берәмектәргә яңы хеҙмәт күрһәтелә башланы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 2 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. «Минең документтарым» күп функциялы үҙәктәренең 28 офисында юридик берәмектәргә һәм шәхси эшҡыуарҙарға яңы, бушлай хеҙмәт — иҫәп-хисап иҫәбен резервлау күрһәтелә башланы.
Яңы сервис эшҡыуарҙарға иҫәп асылғанға тиклем үк уның номерын алырға һәм түләү реквизиттарын белергә мөмкинлек бирә. Хеҙмәт бушлай.
Күп функциялы үҙәк республика дәүләт автономлы учреждениеһының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, банк иҫәбенең номерын һаҡлау ваҡыты бер айҙан артмаҫҡа тейеш. Иҫәптең һаҡланған номерын контрагенттар менән төҙөлгән килешеүҙәрҙә күрһәтергә мөмкин, сөнки ул иҫәпте асҡандан һуң үҙгәрмәй.
Ошондай хеҙмәт күрһәтелгән офистарҙың адресы Башҡортостанда дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәктең сайтында бирелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика