02:23 (UTC+5), 01 Март 2017

Төбәктә «Һөнәре буйынса иң яҡшы» конкурсы номинациялары билдәләнде

Олег Яровиков
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 1 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда 2017 йылда «Һөнәре буйынса иң яҡшы» республика конкурсы номинациялары билдәләнде.
Төбәк Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, конкурс комиссияһы ағзалары алты номинация һайланы. Улар араһында — «Иң яҡшы иретеп йәбештереүсе», «Бүлеү селтәрҙәрен файҙаланыу буйынса иң яҡшы электромонтер», «Иң яҡшы ауыл хужалығы производствоһы тракторсы-машинисы», «Иң яҡшы буяусы», «Иң яҡшы автобус водителе» һәм «Иң яҡшы умартасы».
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр иткәнсә, быйыл «Һөнәре буйынса иң яҡшы» VI Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсының «Иң яҡшы умартасы» номинацияһында федераль этабы Өфөлә үтәсәк.
Былтыр республикала иң яҡшы тигән исемгә фрезеровщиктар, токарҙар, урман ҡырҡыусылар, электр һәм газ менән иретеп йәбештереүселәр, малдарҙы яһалма аталандырыу операторҙары һәм штукатурсылар ярышты.
Конкурста 59 ойошманан 80 кеше ҡатнашты. Конкурс призерҙарына бүләктәр тапшырыу өсөн республика ҡаҙнаһынан 540 мең һум бүленде. Төрлө номинацияларҙа беренсе урын яулаусылар 50 мең, икенсе – 30 мең, өсөнсө 15 мең һум күләмендәге премиялар менән бүләкләнде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика