Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.96
-0.95
91.92
-0.99
62.72
+0.57
11+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Февраль 2017, 09:07
Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн вакансиялар йәрминкәһе уҙасаҡ
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан Өфөнөң халыҡ мәшғүллеге хеҙмәте 2 мартта йәштәр һәм бәләкәй балалары булған ҡатын-ҡыҙҙар өсөн вакансиялар йәрминкәһе уҙғара.
«Башинформ» агентлығына хәбәр итеүҙәренсә, йәрминкәлә администратор, бармен, әйҙәүсе һәм баш белгес, балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе, табип-терапевт, хеҙмәтсе ҡатын-ҡыҙ, диспетчер, инженер, кондуктор, консультант, курьер, менеджер, шәфҡәт туташы, кесе тәрбиәсе, официант, ашнаҡсы, һатыусы, суд приставы һәм башҡа һөнәр вакансиялары тәҡдим ителәсәк.
Бынан тыш, йәрминкәгә килеүселәргә мәшғүллек өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеләсәк: хеҙмәт баҙарындағы хәл тураһында мәғлүмәт биреү, компьютер диагностикаһы, һөнәри йүнәлеш буйынса консультациялар.
Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай.
Йәрминкәне үткәреү урыны һәм ваҡыты: Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 12-гә тиклем.
Автор:
Галина Бахшиева
Теги:
халыҡ мәшғүллеге
вакансиялар йәрминкәһе
Читайте нас: