12:16 (UTC+5), 10 Февраль 2017

Башҡортостанда яҙғы баҫыу эштәрен үткәреүгә республика ҡаҙнаһынан 930 миллион һум аҡса бүленә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 2017 йылда сәсеү кампанияһын үткәреүгә республика ҡаҙнаһынан 930 миллион һум аҡса бүленә. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов агросәнәғәт комплексының 2016 йылдағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләренә һәм 2017 йылға бурыстарға арналған киңәйтелгән кәңәшмәлә белдерҙе.
– Быйыл яҙғы баҫыу эштәрен үткәреүгә 930 миллион һум күләмендә дәүләт ярҙамын йүнәлтергә ниәтләйбеҙ, шул иҫәптән башҡа сығымдарға – 500 миллион, һөткә – 300 миллион, минераль ашламаларға – 80 миллион, элиталы орлоҡтарға – 52 миллион һум, – тине төбәк етәксеһе. – Был уҙған йылға ҡарағанда аҙыраҡ, әлегә бюджеттың мөмкинлектәре шундай. Әммә бөгөнгө шарттарҙа был да һиҙелерлек ярҙам.
Яҙғы сәсеү ваҡытында яғыулыҡ-майлау материалдары менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр булмаясаҡ, тип билдәләне республика Башлығы.
– «Башнефть» милексеһенең алмашыныуы яғыулыҡ менән тәьмин итеүгә йоғонто яһамаясаҡ. Хәл яҡшыраҡ булыр, тип ышанабыҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Аңлашыла, хаҡ билдәләү буйынса ла һорауҙар бар. Ҡышҡы дизель яғыулығына хаҡ артты, йәй көнө лә артыр тип хәүефләнәбеҙ. Шуға ҡарамаҫтан, яғыулыҡ-майлау материалдарын етештереүселәр беҙҙе ишетһен өсөн тырышабыҙ.
Республиканың төп етештереүселәре менән минераль һәм азот ашламалары буйынса килешеүҙәр төҙөлгән, тип хәбәр итте төбәк етәксеһе. Ҡатмарлы ашламалар буйынса «ФосАгро» корпорацияһы менән хеҙмәттәшлек тураһында меморандумға ҡул ҡуйылған. Был корпорация Башҡортостанда үҙенең бүлеген булдырырға ниәтләй.
– Былтыр эске һәм тышҡы баҙарҙа минераль ашламаларға хаҡтар һиҙелерлек төштө. Быйыл да шундай хәл һаҡлана. Ләкин аграрийҙарыбыҙ ашламалар һатып алыу йәһәтенән әүҙем түгел. Шуларһыҙ яҡшы уңыш алып булмай. Быны һеҙ минән яҡшыраҡ беләһегеҙ, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Ашламалар өсөн аҡсаны экономияларға ярамай, һатып алырға кәрәк. Әгәр ҙә артабан ашламалар ҡулланһаҡ, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшербеҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика