Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+17 °С
12:35 (UTC+5), 30 Января 2017

Республикала 855 мең пенсионер 1 февралдән пенсияның артыуын көтә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 1 февралдән эшләмәгән пенсионерҙарҙың страховка пенсиялары 5,4 процентҡа арта. Башҡортостанда шундай 855 мең кеше иҫәпләнә.
Шәхси пенсия коэффициентының (пенсия балы) хаҡы 78,28 һум тәшкил итәсәк (2017 йылдың 1 февраленә тиклем — 74,27 һум). Страховка пенсиялары шуны иҫәпкә алып тәғәйенләнә лә инде.
Өҫтәүенә страховка пенсияһы менән бергә уға билдәләнгән түләү ҙә 5,4 процентҡа индексациялана. Ул 4805,11 һум буласаҡ.
Рәсәй Пенсия фондының идара ағзаһы, Башҡортостан буйынса идарасыһы Фоат Хантимеров һүҙҙәренсә, пенсияны арттырылған күләмдә түләү өсөн ай һайын өҫтәмә рәүештә 553 миллион һум аҡса талап ителәсәк.
Шулай итеп, февралдән Рәсәй Пенсия фонды страховка пенсияларының бөтә төрҙәрен: ҡартлыҡ, инвалидлыҡ буйынса, эшләмәгән пенсионерҙарға ҡараусыһыҙ ҡалған осраҡта 5,4 процентҡа арттырып түләүгә күсә. Эшләп йөрөгән пенсионерҙар хеҙмәт эшмәкәрлеген тамамлағандан һуң ғына арттырылған пенсия ала башлай.
Һөҙөмтәлә быйыл февралдә республикала ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһының уртаса күләме 13 мең һум тәшкил итәсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика