Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Ғинуар 2017, 11:59

Төбәктең баш ҡалаһында йәштәр өсөн вакансиялар йәрминкәһе үтә

Андрей Старостин
Андрей Старостин
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 2 февралдә Өфөлә йәштәр өсөн махсус вакансиялар йәрминкәһе уҙа.
«Башинформ» агентлығына хәбәр итеүҙәренсә, йәрминкәгә килеүселәргә администратор, бетонсы, автомобиль водителе, кондуктор, кондитер, түбә ябыусы, ташсы, төҙөлөш һәм монтаж эштәре мастеры, менеджер, йөҙләүсе һәм плиталар түшәүсе, уҡытыусы, балта оҫтаһы, һатыусы, автомобилдәр йүнәтеү буйынса слесарь, йорт йыһазы йыйыусы, слесарь-сантехник, тракторсы, токарь, электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе, электрик һәм башҡа һөнәрҙәр буйынса вакансиялар тәҡдим ителә.
Бынан тыш, йәрминкәлә мәшғүллек өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәре күрһәтелә. Улар араһында — хеҙмәт баҙарындағы хәл тураһында мәғлүмәт биреү, компьютер диагностикаһы, һөнәри йүнәлеш буйынса консультациялар.
Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай.
Йәрминкәне үткәреү урыны һәм ваҡыты: Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 12-гә тиклем.
Автор: Галина Бахшиева
Читайте нас