13:22 (UTC+5), 26 Ғинуар 2017

Рөстәм Хәмитов «БашИнком» ғилми-файҙаланыуға индереү предприятиеһында булды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 26 ғинуарҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов заманса биопрепараттар, биоактив һәм микробиологик ашламалар, фунгицидтар, инсектицидтар етештереүгә махсуслашҡан «БашИнком» ғилми-файҙаланыуға индереү предприятиеһында булды. Был хаҡта төбәк етәксеһенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
«БашИнком» ғилми-файҙаланыуға индереү предприятиеһына 1991 йылда нигеҙ һалынған. Бында йылына 14,5 мең тоннанан ашыу биопрепараттар һәм биоактив ашламалар етештерелә. «БашИнком» директоры Вячеслав Кузнецов әйтеүенсә, был Рәсәй, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы һәм Европа илдәрендәге күпселек биотехнологик предприятиеларҙың етештереү күләменән артығыраҡ, өҫтәүенә йыл һайын компанияның производство үҫеше 30 процентҡа етә.
Әлеге ваҡытта «БашИнком» ғилми-файҙаланыуға индереү предприятиеһы биопродукцияның 250-нән ашыу төрөн етештерә, ул 4,5 миллион гектарҙан ашыу майҙанда, шул иҫәптән 350 мең гектар һөрөнтө ерҙә файҙаланыла. Республика ҡулланыусылары иҫәбендә – «Базы» (Саҡмағош районы), «Салауат» һәм «Дуҫлыҡ» (Стәрлетамаҡ районы), «Уңыш» ауыл хужалығы етештереү кооперативтары һәм «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (Ауырғазы районы), «Красная Башкирия» ауыл хужалығы етештереү кооперативы (Әбйәлил районы). «БашИнком» бренды аҫтында сығарылған биопрепараттар һәм биоактив ашламалар илдең 60-тан ашыу төбәгендә, шулай уҡ Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе, Балтик буйы, алыҫ сит илдәрҙә һорау менән файҙаланыла. Йыл һайын 300 тоннанан ашыу биопродукция экспортҡа оҙатыла.
Вячеслав Кузнецов һөйләүенсә, предприятиела 400 самаһы кеше эшләй. Етештереү базалары Күмертауҙа, Благовещенда һәм Өфөлә урынлашҡан. Дөйөм әйләнеш яҡынса 1 миллиард һум тәшкил итә.
Республика Башлығы етештереүҙең бөтә этаптары менән танышты, үҫемлектәр физиологияһы, фитопатология һәм микроорганизмдар селекцияһы, агрохимик һәм ғилми-етештереү лабораторияларында, әҙер продукцияны һаҡлау келәтендә булды.
Предприятие директоры «БашИнком» коллективы илдең ғилми-тикшеренеү институттары, аграр уҡыу йорттары һәм ауыл хужалығы етештереүселәре менән берлектә биопрепараттар һәм биоактив ашламалар нигеҙендә экологик юғары уңышлы биотехнология – стресҡа сыҙам юғары уңышлы баҫыусылыҡ технологияһын эшләүе хаҡында һөйләне. Ул ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында ла аҙ сығымдар менән ауыл хужалығы культураларының уңышын уртаса 15-25 процентҡа арттырырға мөмкинлек бирә. Бынан тыш, ошо технология продукцияның экологик яҡтан таҙалығын тәьмин итә.
Төбәк етәксеһе «БашИнком» етәкселеге менән предприятиены үҫтереү перспективаларын, дәүләт ярҙамы кәрәклеген, стресҡа сыҙам юғары уңышлы баҫыусылыҡ технологияһын арттырыу мөмкинлектәрен тикшерҙе.
– Йыл һайын беҙ 3 миллион тоннаға яҡын ашлыҡ йыябыҙ. Уңдырышлылыҡты 10 процентҡа ғына арттырһаҡ та, өҫтәмә рәүештә 300 мең тонна иген аласаҡбыҙ, ә улар юлда ятмай, – тине Рөстәм Хәмитов.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика