Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-7 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Ғинуар 2017, 14:04
Башҡортостанда торлаҡтың хаҡы билдәле булды
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанстат республикала торлаҡҡа 2016 йыл өсөн уртаса хаҡтарҙы иғлан итте.
Статистика мәғлүмәттәре буйынса, былтыр беренсел баҙарҙа торлаҡтың хаҡы үҙгәрмәгән тиерлек — квадрат метры өсөн 51,5 мең һум. 2015 йылдың IV кварталында бер квадрат метрҙың хаҡы 51,6 мең һум тәшкил иткән.
Уҙған йылда икенсел торлаҡ баҙарында хаҡтар һиҙелерлек тирбәлгән. Мәҫәлән, I кварталда бер «квадрат» уртаса 54,9 мең һум торһа, йыл аҙағына иһә ул 49,9 меңгә тиклем арзанайған.
2015 йылда икенсел торлаҡҡа уртаса хаҡтар юғарыраҡ булған — I кварталда бер квадрат метр өсөн 57,9 мең һәм IV кварталда 53,6 мең һум.
Теги:
башҡортостанстат
торлаҡ
хаҡтар
Читайте нас