Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.74
-0.41
91.9
+0.06
62.51
+0.52
-15 °C
Ҡар
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Ғинуар 2017, 07:26
1 февралдән страховкалау пенсияһы уртаса 294 һумға арта
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 2017 йылдың 1 февраленән страховкалау пенсияһының уртаса билдәләнгән түләү күләме, 294 һумға артып, 5724 һум тәшкил итәсәк. Ҡартлыҡ, I һәм II төркөм инвалидлыҡ буйынса страховкалау пенсияһына билдәләнгән түләү күләме – 246 һумға артып, 4559 һум, ҡараусыһыҙ ҡалыу һәм III төркөм инвалидлыҡ буйынса страховкалау пенсияһы, 123 һумға артып, 2402 һум тәшкил итәсәк.
Страховкалау пенсияһына билдәләнгән түләүҙәр күләмен күтәреү бөтә эшләмәгән страховкалау пенсияһын алғандарға ҡағыла. Был 30 миллион самаһы кеше, тип хәбәр ителә Рәсәй Хөкүмәте сайтында.
Һөҙөмтәлә ата-әсәһеҙ ҡалған, яңғыҙ әсәһе үлгән балалар, 80 йәшкә еткән пенсионерҙар, I төркөм инвалидтар, тәрбиәһендә кеше булған пенсионерҙар, шулай уҡ башҡа граждандар өсөн страховкалау пенсияһына билдәләнгән түләүҙәр күләме арттырыласаҡ.
Страховкалау пенсиялары Пенсия фондының бюджет саралары иҫәбенә төҙәтеләсәк.
Автор:
Ғәлиә Нәбиева
Теги:
страховкалау пенсиялары
Читайте нас