02:01 (UTC+5), 23 Января 2017

Республиканың үҫеш стратегияһын әҙерләү – кәрәк йүнәлештәге аҙым ул – Рөстәм Хәмитов

БР Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың Социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһын әҙерләүҙе дөрөҫ йүнәлештәге аҙым, тип иҫәпләй. Ошо хаҡта ул 20 ғинуарҙа 2030 йылға тиклем Башҡортостан үҫешенең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен һәм стратегик проекттарын йәмәғәт тикшереүе барышында белдерҙе.
Стратегия – үҙмаҡсат түгел, ә дөрөҫ үҫеш юлын билдәләргә мөмкинлек биргән мөһим ҡорал, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
- Ниһайәт, алға йүнәлеш тотоп, ресурстар йәлеп итеп, үҙебеҙ өсөн «Стратегия-2030» исемле дөрөҫ документ төҙөргә әҙербеҙ, тиһәк тә була. Уны тормошҡа ашырға тейешле төп маҡсаттарҙың береһе, тип иҫәпләмәйем. Бер ниндәй стратегияһыҙ йәшәгән биләмәләр байтаҡ, – тине республика етәксеһе. – Шуға ҡарамаҫтан, заманса үҫешергә теләһәң, эшеңдә системалы алымдарға таянһаң, стратегия ла, үҫеш планы ла булырға тейеш, һәм уларҙы теүәл үтәү зарур.
Стратегияны әҙерләгәндә Башҡортостандың бөгөнгө торошона бер яҡлы ғына ҡарарға һәм төп сәнәғәт предприятиеларының потенциалын баһаламаҫҡа ярамай, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
- Республика – Рәсәйҙең ҡеүәтле, ҙур субъекты, илебеҙҙең терәк төбәктәренең береһе. Стратегия тураһында һүҙ йөрөткәндә, һис шикһеҙ, идеаль күҙаллауҙарҙан тайпылырға, тормошсан булырға тейешбеҙ. Бөгөн сығыш яһаусылар һөйләгән өс төп йүнәлеш – бәләкәй эшҡыуарлыҡ, туризм һәм аграр етештереү – бик шәп, әлбиттә, – тине Башҡортостан Башлығы. – Шуға ҡарамаҫтан, беҙҙең нефть, нефть-химия, химия секторының өлөшө биш-ун йылдан һуң да юғары кимәлдә буласағын аңлайбыҙ. Эре сәнәғәт – иҡтисадыбыҙҙың терәге – йәшәйәсәк, үҫешәсәк һәм алға китәсәк.
Белгестәрҙең эшен баһалап, Рөстәм Хәмитов бер төркөм йүнәлештәр буйынса алдыбыҙға амбициялы маҡсаттар ҡуйырға кәрәк, тип билдәләне.
- Бөгөн башҡарған эштәребеҙ – дөрөҫ йүнәлештәге аҙымдар ул. Беҙ фекерләй, уйлай башлайбыҙ, идеялар тыуа. Тотош йәмғиәтте, иҡтисадты, аграр секторҙы, бәләкәй эшҡыуарлыҡты, дәүләт менән идара итеүҙе, мәғарифты, фәнде, мәҙәниәтте, һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереүгә үҙебеҙ кеүек системалы ҡараған кешеләрҙең тағы ла күбәйеүен күрәм. Был бик яҡшы. Әммә йәмғиәт тә эшләргә, үҫешергә тейеш. Барыһы ла үҙебеҙҙән генә тора.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика