Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+10 °С
06:20 (UTC+5), 20 Января 2017

Әсәлек капиталы күләме 2016 йылғы кимәлдә ҡала — Башҡортостан буйынса Пенсия фонды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 2017 йылда әсәлек капиталы күләме былтырғы кимәлдә ҡала һәм 453 026 һум тәшкил итә. 2018 йылдың 31 декабренә тиклем ғаиләлә икенсе йәки артабанғы сабыйҙың тыуыуы әсәлек капиталына хоҡуҡ бирә. Әммә сертификатты алыу һәм аҡсаны тотоноу ваҡыты сикләнмәгән.
Аҡсаны торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, баланы уҡытыуға, әсәнең буласаҡ пенсияһына, шулай уҡ инвалид балаларҙы социаль яраҡлаштырыуға йүнәлтергә мөмкин.
«2007 йылдан республикала 260 мең дәүләт сертификаты тапшырылған. Ошо ваҡыт эсендә балалары булған ғаиләләргә ярҙам күрһәтеүгә киткән сығымдар 72 миллиард һум тәшкил иткән», — тип хәбәр итте Рәсәй Пенсия фондының идара ағзаһы, Башҡортостан буйынса идарасыһы Фоат Хантимеров.
Уның әйтеүенсә, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға — 67,5 миллиард, белем биреү хеҙмәттәрен күрһәтеүгә, пенсияның тупланма өлөшөн булдырыуға, инвалид балаларҙы йәмғиәттә социаль яраҡлаштырыуға — 371,6 миллион, бер тапҡыр бирелә торған түләүгә 4 миллиард һум йүнәлтелгән.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика