11:18 (UTC+5), 20 Января 2017

Өфөлә 2030 йылға тиклем сәнәғәтте үҫтереү стратегияһы буйынса башланғыстар тикшерелде

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда «Стратегия 2030» — республиканың 2030 йылға тиклем үҫеш программаһына йәмәғәт тикшереүҙәре бара. 20 ғинуарҙа Өфөләге Конгресс-холда проекттың төп йүнәлештәре буйынса тыңлауҙар үтте.
«Яңы индустрияны һәм баҙарҙы үҫтереү» башланғысын әҙерләгән төркөм етәксеһе, Өфө дәүләт нефть техник университетының иҡтисад һәм нефть-газ предприятиеларында идара итеү кафедраһы мөдире Ирина Буренина бер нисә мөһим йүнәлеште билдәләне. Ул агросәнәғәт секторын булдырыуҙы төп проект тип атаны, сөнки республика халҡының 38 проценты ауылдарҙа йәшәй. Проект аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итергә, әҙер продукция иҫәбенә экспортты арттырырға мөмкинлек бирәсәк.
Икенсе мөһим проект — иҡтисадтың реаль секторында тиҙ үҫеүсе компанияларға ярҙам итеү. Был — предприятиены бәләкәй эшҡыуарлыҡтан алып федераль әһәмиәттәге компанияға тиклем «үҫтереү». Бындай компаниялар 10-дан кәм булмаҫҡа, улар 50 проценттан ашыуыраҡ тулайым милли продукт килтерергә тейеш, тип билдәләне эксперт. «Тиҙ үҫеүсе компанияларға талаптар күп, шуларҙың береһе — технологик яңылыҡтарға сығымдар өлөшөнөң биш проценттан кәм булмауы зарур. Быны тормошҡа ашырыу өсөн шарттар, атап әйткәндә, интеллектуаль милек баҙарын ойошторорға кәрәк», — тине Ирина Буренина.
Тағы ла бер перспективалы йүнәлеш — туризм һәм һауыҡтырыу. «Башҡортостан — икенсе Швейцария тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетәбеҙ. Ләкин беҙҙә индустрия юҡ. Ошо проекттың төп маҡсаты — комплекслы туристик продукттар һәм кәсептәр булдырыу. Республика биләмәһендә кәм тигәндә биш кластер зонаһын ойошторорға мөмкин», — тип аңлатма бирҙе инициативалы төркөм етәксеһе.
«2030 йылға иҡтисадтың структураһы нисек үҙгәрәсәк? Етди үҙгәрештәр булмаясаҡ. Әммә беҙ тулайым милли продуктта дүрт процентҡа етеп, туристик һәм ҡунаҡхана эшҡыуарлығы буйынса уртаса Европа кимәленә сыға алабыҙ. Ауыл хужалығы продукцияһының өлөшөн — 11-гә, эшкәртеүсе производствоның иһә 31-гә тиклем арттырабыҙ һәм сеймал тармаҡтарына бәйлелекте кәметәбеҙ», — тип йомғаҡ яһаны эксперт.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика