Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
+1.16
91.98
+0.6
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Ғинуар 2017, 07:50
Йыл башынан алып Башҡортостанда 28 мең тонна һөт етештерелгән – Ауыл хужалығы министрлығы
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 ғинуар./«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Йыл башынан алып Башҡортостандың ауыл хужалығы предприятиеларында 28 мең тонна самаһы һөт һауып алынған. Был күрһәткес былтырғыға ҡарағанда 600 тоннанан ашыуға күберәк.
Тулайым һауым буйынса иң юғары күрһәткес, йәки ике мең тоннанан ашыу – Саҡмағош районында.
Яңы йылдың тулы булмаған өс аҙнаһы эсендә Стәрлетамаҡ районы хужалыҡтарында – 1,6 мең тоннанан ашыу, Дүртөйлө районында 1,4 мең тонна самаһы һөт һауғандар.
Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Баймаҡ районы халҡынан һөт һатып алыу яҡшы кимәлдә ойошторолған. Йыл башынан алып шул райондың шәхси хужалыҡтарынан 204 тонна һөт йыйылған. Дөйөм алғанда, был күрһәткес төбәк буйынса 1829 тоннаға етә.
Автор:
Галина Бахшиева
Теги:
ауыл хужалығы
төҙөү
Читайте нас