Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-5 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Ғинуар 2017, 07:28

Өфөлә транспорт һәм элемтә предприятиелары өсөн вакансиялар йәрминкәһе уҙғарыла

Өфө ҡалаһы хакимиәте
Өфө ҡалаһы хакимиәте
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 ғинуар./«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәге 19 ғинуарҙа транспорт һәм элемтә өлкәһе предприятиелары өсөн вакансиялар йәрминкәһе уҙғара.
Тәҡдим ителгән вакансиялар иҫәбендә – водитель, аккумуляторсы, кондуктор, автомобиль ремонтлау буйынса слесарь, баш механик, тейәгес водителе, манипулятор, бульдозер, автогрейдер, экскаватор машинистары, тракторсы, электромонтер һәм тәгәрмәс алмаштырыусы.
Йәрминкәлә ҡатнашыусыларҙы мәшғүллек өлкәһендәге бөтә дәүләт хеҙмәттәре менән таныштырыу, шул иҫәптән хеҙмәт баҙарындағы хәл тураһында мәғлүмәт биреү, компьютер диагностикаһы, һөнәри йүнәлеш, һөнәри белем алыу, хоҡуҡи мәшғүллек һорауҙары буйынса консультациялар ҡаралған.
Йәрминкә иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 12-гә тиклем Ибраһимов бульвары, 47/1 адресы буйынса уҙа.
Читайте нас