Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-9 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Ғинуар 2017, 14:34

Баш ҡалала дизель яғыулығы ҡиммәтләнде – статистика

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 12 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 2016 йылдың 30 декабре менән сағыштырғанда Өфөлә дизель яғыулығы ҡиммәтләнде. Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, әле дизель яғыулығының бер литры 38,13 һум тора (2016 йылдың 30 декабренә хаҡтар кимәленә 101,2 процент).
Уҙған йылдың аҙағы менән сағыштырғанда баш ҡалала бензиндың хаҡы үҙгәрмәгән. Хәҙер А-76 (АИ-80) маркалы бензиндың бер литрын 33,60 һумға һатып алырға мөмкин. АИ-92 (АИ-93) — 34,81, АИ-95 һәм юғарыраҡ 38,47 һумға тиң.
Автор: Галина Бахшиева
Читайте нас