Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.25
-0.72
89.14
-0.87
62.51
+0.52
22+ °C
Облачно
Баш
Рус
Eng
Иҡтисад
10 Января 2017, 08:57
Өфөлә быйыл тәүгә вакансиялар йәрминкәһе уҙғарыла
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 12 ғинуарҙа Өфөлә бөтә төр иҡтисади эшмәкәрлек һәм милек формаһындағы предприятиеларҙың вакансиялар йәрминкәһе ойошторола.
Ҡаланың Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә хәбәр итеүҙәренсә, йәрминкәлә администратор, бетон ҡойоусы, водитель, инженер, кондуктор, кондитер, ташсы, контролер, төҙөлөш-монтаж эштәре мастеры, менеджер, уҡытыусы, балта оҫтаһы, һатыусы, автомобилдәрҙе ремонтлау буйынса слесарь, слесарь-сантехник, тракторсы, токарь, электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе, электрик һәм башҡа һөнәрҙәр тәҡдим ителә.
Йәрминкәгә килеүселәргә мәшғүллек өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәре күрһәтелә. Улар араһында — хеҙмәт баҙарындағы хәл тураһында мәғлүмәт, һөнәри йүнәлеш буйынса консультация биреү.
Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай.
Йәрминкәне үткәреү урыны һәм ваҡыты: Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 12-гә тиклем.
Автор:
Галина Бахшиева
Теги:
халыҡ мәшғүллеге
вакансиялар йәрминкәһе
Читайте нас