Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
0 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Ғинуар 2017, 09:22

Рәсәй инвестиция йәлеп итеү өсөн иң уңайлы илдәр иҫәбендә

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 5 ғинуар, 2017 йыл. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Инвесторҙар араһында иң популяр үҫешеүсе баҙарҙар исемлегендә 2017 йылда Рәсәй буласаҡ, тип хәбәр итә «Bloombeg» агентлығына һылтанып «РИА Новости».
«Рәсәй һумы – инвесторҙар өсөн төп ставка, улар процент ставкаһы түбән булған дәүләт валюталарын һәм юғары табышлы ҡағыҙҙарҙы һатып алалар», - тип билдәләй агентлыҡ.
«UBS Group AG» Швейцария банкы баһалауынса, «carry trade» стратегияһы буйынса инвестицияларҙың һумға кире әйләнеп ҡайтыуы 2017 йылда 26 процент тәшкил итәсәк, һәм ул Европа, Яҡын Көнсығыш һәм Африка баҙарҙары араһында иң яҡшыһы.
Исемлеккә шулай уҡ Көньяҡ Африка Республикаһы, Мексика, Бразилия, Чили, Һиндостан һәм Индонезия инә. Аналитиктар һанап үткән бөтә илдәрҙә лә сәйәси климаттың яҡшырыуын күҙәтә. Бынан тыш, ошо баҙарҙағы активтар федераль резерв системаһының процент ставкаһы күтәрелеүе һәм башҡа хәүефтәр, шул иҫәптән яңы һайланған Америка Президенты Дональд Трамптың ғаризалары менән бәйле тышҡы үҙгәрештәргә бирелеп бармаусан.
Автор: Әлим Фәйезов
Читайте нас