Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-25 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Декабрь 2016, 15:16
Республикала Яңы йыл байрамдарында пенсия таратыу графигы билдәле булды
Өфө, 2016 йыл, 28 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда пенсия 3 ғинуарҙан почта бүлексәләренең эш режимын иҫәпкә алып таратыла башлай. Почта элемтәһе бүлексәләре аша пенсия һәм башҡа түләүҙәр алыусы пенсионерҙарға декабрҙәге квитанцияларҙа пенсия алыу көнө яҙылған. 9 ғинуарҙан алып пенсиялар билдәләнгән графикка ярашлы таратыласаҡ.
Кредит ойошмаларына пенсиялар килешеүҙә билдәләнгән срокҡа ярашлы күсереләсәк.
Пенсия фондының республика буйынса бүлексәһе матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, декабргә пенсия һәм башҡа түләүҙәр тулы күләмдә финанслап бөтөлгән. Быйыл Башҡортостанда пенсия түләүгә 180 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.
Пенсия фонды саралары иҫәбенә республикала 1,159 миллион пенсионер аҡса ала. Уларҙың 43 проценттан ашыуы почта бүлексәләре, ҡалғандары кредит ойошмалары аша хеҙмәтләндерелә.
Автор:
Галина Бахшиева
Теги:
пенсия фонды
пенсиялар
Читайте нас