Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.25
-0.72
89.14
-0.87
62.51
+0.52
17+ °C
Облачно
Баш
Рус
Eng
Иҡтисад
12 Декабря 2016, 12:14
Республикала туғыҙ мең хеҙмәткәргә эшенән бушатылыу хәүефе янай
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 12 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда эшенән бушатылыу хәүефе янаған хеҙмәткәрҙәрҙең дөйөм һаны 9077 кеше тәшкил иткән. Республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы 1 декабргә ҡарата шундай мәғлүмәттәр килтерә.
Эшенән бушатылыу ҡурҡынысы янаған хеҙмәткәрҙәрҙең һаны 5167 кеше тәшкил иткән. Ноябрь айында 3827 хеҙмәткәр тулы булмаған хеҙмәт көнө шарттарында эшләгән. Администрация тәҡдиме менән тағы ла 73 кеше эшләмәгән. Яҡтарҙың килешеүе буйынса 10 хеҙмәткәр отпуск алған.
Ойошманы ябыу йәки штатты ҡыҫҡартыу арҡаһында йыл башынан 18024 кеше эшенән бушатылған. Шуларҙың 9682-һе эшкә урынлаштырылған, 933 кешегә ҡартлыҡ буйынса пенсия тәғәйенләнгән.
Сағыштырыу өсөн: бер йыл элек Башҡортостанда 13 904 кешегә эшенән бушатылыу хәүефе янаған.
Теги:
халыҡ мәшғүллеге
хеҙмәт баҙары
Читайте нас