Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Ноябрь 2016, 10:52
Өфөлә «Үҙебеҙҙекен бел: Башҡортостан» тигән тәүге туристик онлайн-күргәҙмә үтә
timeru.com
ӨФӨ, 2016 йыл, 7 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. 17 ноябрҙә Өфөлә «Үҙебеҙҙекен бел: Башҡортостан» тигән тәүге туристик онлайн-күргәҙмә үтә. Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, уның төп бурысы — Рәсәйҙә һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһендә республиканың туристик мөмкинлектәрен үҫтереү. Күргәҙмәне ун федераль туроператор ҡатнашлығында Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты һәм Profi. Travel компанияһы ойоштора.
Күргәҙмә тура эфирҙа бара. Сараны Рәсәйҙең һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренең туризм тармағы белгестәре лә күрә ала.
Эшлекле программа сиктәрендә Башҡортостандың туристик эшҡыуарлыҡ вәкилдәре иң яҡшы тәҡдимдәре менән таныштыра. «ВДНХ-Экспо» залында республиканың төп туроператорҙары, тау саңғыһы курорттары, отелдәре, шифаханалары һәм башҡа объекттары күрһәтелә. Төбәктең туристик-рекреацион ҡеүәтен үҫтереүҙең мөһим мәсьәләләре буйынса бер нисә дискуссия ойоштороу ҙа ҡаралған.
Теги:
туризм
Читайте нас