Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
-6 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
2 Ноябрь 2016, 12:53

Баш ҡалала көҙгө йәрминкәләргә 280 меңдән ашыу кеше килгән – мэрия

Андрей Старостин
Андрей Старостин
ӨФӨ, 2016 йыл, 2 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Миҙгел башланғандан алып Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләренә 280 меңдән ашыу кеше килгән.
Баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, 20 августан 30 октябргә тиклем йәрминкәгә республиканың 47 районынан 299 тонна бал, 4477 тонна картуф һәм 2654 тонна йәшелсә килтерелгән.
Алдағы ял һәм байрам көндәрендә — 4, 5, 6 ноябрҙә — өфөләрҙе йәнә ауыл хужалығы йәрминкәләренә саҡыралар.
4 ноябрҙә Дим районында, Хәҡиҡәт урамы буйындағы автомобиль юлында (Таллин урамынан алып Ухтомский урамына тиклемге арала) көҙгө ниғмәттәр һатыу ойошторола.
5 ноябрҙә өфөләрҙе Октябрь районында — Спорт һарайы алдындағы майҙанда һәм Сипайлово биҫтәһендә — Рыльский урамындағы аллеяла көтәләр.
4, 5 һәм 6 ноябрҙә ауыл хужалығы продукцияһын С. Орджоникидзе исемендәге майҙанда һатып алырға мөмкин.
Читайте нас