10:31 (UTC+5), 01 Ноябрь 2016

Төркиәлә республикала «Апимондия-2021» умартасылыҡ конгресын уҙғарыуға ғаризаның логотибы менән таныштырыу сараһы була

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 1 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Бөгөн Төркиәнең Мугла провинцияһында V Халыҡ-ара умартасылыҡ һәм ҡарағай балы конгресы башлана, уның эшендә Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнаша. Делегация составында республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов, Башҡортостан министры Руслан Мирсаяпов, умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге етәксеһе Әмир Ишемғолов бар. Илебеҙ исеменән Рәсәй умартасыларының милли союзы президенты Арнольд Бутов ҡатнаша.
«Офис-төркөм» коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, ошо ҙур форум барышында 2021 йылда «Апимондия» халыҡ-ара умартасылыҡ ассоциациялары федерацияһы конгресын үткәреү хоҡуғына кандидат булған Башҡортостан менән таныштырыу сараһы уҙа.
2021 йылда баш ҡалала «Апимондия» халыҡ-ара конгресын һәм «АпиЭКСПО» халыҡ-ара күргәҙмәһен уҙғарыуға логотип раҫланған да инде.
Эмблеманы илдең «ДизайнДепо» агентлығы эшләгән һәм ул стилләштерелгән бал ҡорто образын кәүҙәләндерә.
«V Халыҡ-ара умартасылыҡ һәм ҡарағай балы конгресында ҡатнашыусылар сағыу, иғтибарҙы үҙенә йәлеп итеп торған һәм ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған логотипты лайыҡлы баһалар, тип ышанабыҙ, — тип иҫәпләй Башҡортостан министры Руслан Мирсаяпов. — Конгреста ике меңгә яҡын кешенең, шул иҫәптән «Апимондия» федерацияһы ағзаларының ҡатнашыуы көтөлә. 2017 йылда 2021 йылғы конгресты ойоштороу урынын тап улар билдәләй».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика