Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
1 Ноябрь 2016, 12:40

Өфөнөң иң аҡсалы вакансиялары билдәле булды

Андрей Старостин
Андрей Старостин
ӨФӨ, 2016 йыл, 1 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Superjob.ru порталының тикшереү үҙәге октябрь айында Өфөлә иң юғары эш хаҡы түләнгән вакансияларҙы баҫтырып сығарҙы.
«Радио Дача» каналының һатыу бүлеге менеджеры рейтингта беренсе урынды биләй. Уның эш хаҡы 150 мең һумға етә.
Өфөлә техник директорға кәм тигәндә 130 мең түләргә әҙерҙәр. Төҙөлөш буйынса директорға ла шундай хеҙмәт хаҡы тәҡдим ителә.
Төп клиенттар менән эшләү буйынса төбәк менеджерының эше айына 130 мең һумға тиклем баһалана.
Логистик йүнәлеш етәксеһе октябрҙә Өфөләге иң яҡшы биш вакансия исемлегендә һуңғы урында тора. Эш биреүселәр уның хеҙмәтен яҡынса 100 мең һумға баһалай.
Superjob илдең башҡа ҡалалары өсөн дә октябрь йомғаҡтары буйынса ошоға оҡшаш исемлек төҙөгән. Улар араһында Мәскәү, Санкт-Петербург, Владивосток, Волгоград, Воронеж, Екатеринбург, Ҡазан, Краснодар, Красноярск, Түбәнге Новгород, Новосибирск, Омск, Пермь, Дондағы Ростов, Һамар, Хабаровск һәм Силәбе бар.
Читайте нас