05:11 (UTC+5), 31 Октября 2016

Ҡырмыҫҡалы районында Рөстәм Хәмитов сыр ҡайнатыу цехында булды

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 31 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 29 октябрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Ҡырмыҫҡалы районына эш сәфәре барышында шәхси эшҡыуар Айрат Әхмәҙуллиндың сыр етештереү цехы эшмәкәрлеге менән танышты.
Айрат Әхмәҙуллин үҙенең сыр яһау цехын асҡанға тиклем илдең төрлө төбәктәрендәге һәм сит илдәрҙәге сыр яһаусыларҙың тәжрибәһен, етештереү технологияһын өйрәнгән, сырҙы йорт шарттарында әҙерләп ҡараған. Италия технологияһы буйынса сыр ҡайнатыу цехы быйыл йәй эшләй башлаған. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 10,5 миллион һум тәшкил иткән, шуларҙың 6,8 миллион һумы ҡорамалдар һатып алыуға тотонолған.
Әлеге ваҡытта бында Италия сырҙарының 16 төрө, шул иҫәптән монтазио, страккино, риккота, качотта, моцарелла һәм башҡа сорттар етештерелә. Көнөнә 35-80 килограмм ҡаты сыр, шулай уҡ 20 килограмға тиклем йомшаҡ сыр яһайҙар.
Айрат Әхмәҙуллин республика Башлығын сыр етештереүҙең технологик процесы менән таныштырҙы һәм уларҙың сорты, тәме күп осраҡта һөттөң сифатына һәм ҡуйылығына бәйле булыуын билдәләне. Асылғандан алып эшҡыуар һөттө урындағы фермерҙарҙың береһенән һатып ала.
Рөстәм Хәмитов етештереү күләмен арттырыу һәм продукцияның яңы төрҙәрен үҙләштереү мөмкинлектәре менән ҡыҙыҡһынды. Айрат Әхмәҙуллин әйтеүенсә, әлеге ваҡытта цех айына 3 тонна сыр ҡайнатыу һәләтенә эйә. Өҫтәмә ҡорамалдар һатып алғанда һәм цехты ҙурайтҡанда, етештереүҙе арттырырға мөмкин. Фермер дәүләт программаларында ҡатнашып, грант йәки һалым ташламалары кеүек дәүләт ярҙамын алыу мөмкинлегенә эйә, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.
Киләсәктә эшҡыуар сырҙың элиталы сорттарын (бри, камамбер) етештерергә ниәтләй. Быйыл көҙ Айрат Әхмәҙуллин яңы йүнәлештәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн Башҡорт дәүләт аграр университетында асылған «Сыр ҡайнатыу мәктәбе»ндә уҡый башлаған.
Төбәк етәксеһе эшҡыуар менән һөт тапшырыу, яңы продукцияны үҙләштереү буйынса башҡа фермерҙар менән кооперация темаһын, шулай уҡ һатыу мәсьәләләрен тикшерҙе. Әле Өфөлә һәм ҡала янында фирма магазиндары селтәрен үҫтереү буйынса эш алып барыла.
– Сыр бик тәмле, был – файҙалы, һәйбәт аҙыҡ. Шәп егеттәр яһай уны. Мин ошо йүнәлеште хуплайым. Ул, ысынлап та, халыҡҡа файҙа килтерә. Шул уҡ ваҡытта күңел биреп эшләүҙе талап итә. Ул сәнғәт кеүек, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙ һеҙҙең кеүек сыр яһаусылар булыуын теләйбеҙ. Беҙгә шундай баҙар булдырырға кәрәк.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика