Шишәмбе, 14 Апрель 2026
|
Өфө
+12 °С
10:53 (UTC+5), 27 Октябрь 2016

Республикала пенсионерҙарҙың йәшәү минимумы артты

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 27 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. 2017 йылда Башҡортостанда пенсионерҙарҙың йәшәү минимумы 8015 һум тәшкил итәсәк. 27 октябрҙә республика Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышында тейешле закон проекты өс уҡыуҙа ҡабул ителде.
Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова әйтеүенсә, йәшәү минимумы социаль өҫтәмәләрҙе иҫәпләү өсөн билдәләнә. Быйыл йәшәү минимумы 7842 һум тәшкил иткән. Киләһе йылда был сумма 173 һумға арта. Дөйөм алғанда, илдә йәшәү минимумы 8566 һум күләмендә билдәләнгән, тимәк, законды тормошҡа ашырыу өсөн республика ҡаҙнаһынан өҫтәмә аҡса талап ителмәй.
Рәсәй Пенсия фондының төбәк бүлексәһендә билдәләүҙәренсә, 2017 йылдың ғинуарынан республикалағы 161 меңдән ашыу эшләмәгән пенсионер яңы күләмдә пенсияға федераль социаль өҫтәмә аласаҡ.
Тәүге тапҡыр ошондай хоҡуҡҡа эйә булған пенсионерҙар ғына социаль өҫтәмә тәғәйенләү өсөн ғариза бирергә тейеш. Документтарҙы декабрь айында пенсия алыу урыны буйынса Пенсия фонды идаралығына тапшырырға кәрәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика