Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+12 °С
08:22 (UTC+5), 20 Октября 2016

Төбәктә IV кварталға торлаҡтың уртаса баҙар хаҡы раҫланды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 20 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Республиканың ҡала һәм райондарында IV кварталға торлаҡтың квадрат метрының яңы уртаса баҙар хаҡы раҫланды. Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты тейешле бойороҡ сығарҙы.
Өфөлә торлаҡтың квадрат метры 35 773 һумға баһаланған. Был III кварталға ҡарағанда 563 һумға күберәк. Өфө районында торлаҡтың квадрат метры 35 400 һум күләмендә билдәләнгән.
Күмертауҙа бер квадрат метрҙың хаҡы — 31 900, Ишембайҙа — 32 000, Октябрьскийҙа 35 300, Ағиҙелдә — 27 600, Нефтекамала — 33 600, Салауатта — 31 200, Сибайҙа — 32 100, Стәрлетамаҡта һәм Благовещенда — 35 700, Баймаҡта — 28 900, Бәләбәйҙә һәм Мәләүездә — 31 000, Белоретта — 33 000, Бөрөлә — 33 500, Дәүләкәндә — 28 400, Дүртөйлөлә — 32 500, Яңауылда — 32 000, Туймазыла — 34 100, Учалыла 32 300 һум.
Дөйөм майҙандың квадрат метрының уртаса баҙар хаҡы күрһәткесе республикала теркәлгән һәм даими йәшәгән, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж граждандар өсөн бүленгән субсидиялар күләмен иҫәпләү өсөн файҙаланыла. Һүҙ федераль һәм республика ҡаҙнаһы аҡсаһы иҫәбенә төҙөлөштә ҡатнашыу йәки торлаҡ һатып алыу өсөн бирелгән субсидиялар тураһында бара.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика