Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-24 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Октябрь 2016, 16:29
Йәрминкәлә йәштәргә 2500 вакансия тәҡдим ителә
Андрей Старостин
ӨФӨ, 2016 йыл, 5 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Өфөләге вакансиялар йәрминкәһендә йәштәргә 2500 буш эш урыны тәҡдим ителә. Сара 6 октябрҙә ҡаланың Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә ойошторола. Унда 25 предприятие һәм ойошма ҡатнашыу теләген белдергән.
Өфөләге Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә хәбәр итеүҙәренсә, вакансиялар араһында сауҙа агенты, инженер, администратор, курьер, оператор, менеджер, инспектор, водитель, йөк тейәүсе һәм башҡа һөнәрҙәр бар.
Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай күрһәтелә.
Йәрминкәне үткәреү урыны һәм ваҡыты: Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 12-гә тиклем.
Теги:
халыҡ мәшғүллеге
вакансиялар йәрминкәһе
Читайте нас