Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-20 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Октябрь 2016, 12:32
Мәскәүҙә «Башҡортостан» сауҙа йорто республиканың иң яҡшы продукцияһын тәҡдим итә
ӨФӨ, 2016 йыл, 3 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Мәскәүҙә «Башҡортостан» сауҙа йорто иң яҡшы республика продукцияһын тәҡдим итә. Сауҙа йорто «Фуд Сити» үҙәгендә урынлашҡан, уны асыу тантанаһы 7 октябргә билдәләнгән.
Проект республиканан ситтә агросәнәғәт комплексына ярҙам итеү маҡсатында тормошҡа ашырыла. Унда сертификацияланған аҙыҡ-түлек етештереүсе предприятиелар ҡатнаша ала, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығында.
Мәскәүҙәге магазиндың тәүге тәьминәтселәре — Өфө ит-консерва комбинаты, Апитерапия һәм умартасылыҡ үҙәге, «Ҡарлыман продукты», «Пищепром», «Рощинский», «Миәкә» предприятиелары, шәхси эшҡыуар Әпсәләмова (дебет шәлдәр бәйләү).
Теги:
сауҙа
агросәнәғәт комплексы
Читайте нас