Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
-10 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Сентябрь 2016, 14:30

Өфөлә башҡа урында эшкә урынлашыу өсөн вакансиялар йәрминкәһе уҙа

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 14 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 15 сентябрҙә Өфөләге Халыҡ мәшғүллеге үҙәге башҡа урында эшкә урынлашыу өсөн вакансиялар йәрминкәһен ойоштора.
Тәҡдим ителәсәк һөнәрҙәр араһында бетон ҡойоусы, водитель, ташсы, маляр, кондуктор, төрлө категориялы табиптар, инженер, менеджер, һатыу буйынса менеджер, маляр, машинист, ярҙамсы эшсе, штукатур, иретеп йәбештереүсе бар.
Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай күрһәтелә.
Йәрминкәне үткәреү урыны һәм ваҡыты — Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 12-гә тиклем.
Читайте нас