Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+17 °С
12:07 (UTC+5), 31 Августа 2016

Республикала 319 инвестиция проекты әҙерлек һәм тормошҡа ашырыу стадияһында

Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 31 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда дөйөм күләме 267 миллиард һумлыҡ 319 инвестиция проекты әҙерлек һәм тормошҡа ашырыу стадияһында. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Инвестиция мөхитен яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советы ултырышында республиканың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков хәбәр итте.
Төбәк муниципалитеттарының инвестиция әүҙемлеге фекер алышыуҙың төп темаһы булды.
Сергей Новиков әйтеүенсә, республиканың барлыҡ биләмәләрендә инвестиция паспорттары әҙерләнгән. Ирекле инвестиция майҙансыҡтары реестрын булдырыу һәм алып барыу тәжрибәһе файҙаланыла, төбәк башҡарма власть органдарын йәлеп итеп, бизнес-берләшмә вәкилдәре менән осрашыуҙар үткәрелә. Бынан тыш, эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамын алыу һәм башҡа мәсьәләләр буйынса ярҙам күрһәтелә.
Ултырышта ҡатнашыусыларға Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы әҙерләгән норматив-хоҡуҡи акттар проекты тәҡдим ителде.
Уларҙың береһе муниципалитеттарҙың инвестиция эшмәкәрлеген әүҙемләштереү буйынса саралар планын раҫлай. Планда инвестиция вәкилдәре эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген арттырыу буйынса бурыстар билдәләнгән. Ошо йүнәлештә уларҙың эш регламентын раҫлау һәм урындағы кимәлдә проект идара итеүен индереү буйынса методик тәҡдимдәр әҙерләү ҡаралған, тип аңлатма бирҙеләр Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Икенсе документ уңайлы инвестиция мөхите өсөн шарттар тыуҙырыуға һәм конкуренцияны үҫтереүгә ярҙам күрһәтеү буйынса Башҡортостандың муниципаль райондарын һәм ҡала округтарын баһалау методикаһын билдәләй.
Муниципалитеттарҙың рейтингын төҙөгәндә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарында продукция әйләнеше, уларҙың һаны, шулай уҡ хеҙмәткәрҙәр иҫәпкә алына.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика