Шаршамбы, 15 Апрель 2026
|
Өфө
+16 °С
05:26 (UTC+5), 18 Август 2016

Башҡортостан игенселәре 2,3 миллион тонна самаһы ашлыҡ йыйған

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 18 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. Башҡортостанда 2 миллион 260,3 мең тонна иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар һуғылған. Илеш (112,4 мең тонна), Стәрлетамаҡ (125) һәм Саҡмағош (112,6) райондары игенселәре иң күп ашлыҡ йыйып алған.
Әле 1190,9 мең гектар майҙандағы иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар (66 процент) сабылған, 1150,6 мең гектарҙа (63 процент) — һуғылған. Ғафури, Илеш, Нуриман һәм Саҡмағош райондары баҫыуҙарында ашлыҡты 20 проценттан аҙыраҡ майҙанда сабырға ҡалған.
Иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙан уртаса уңыш гектарынан 19,8 центнер тәшкил итә. Ейәнсуралар — борсаҡтан (гектарынан 25 центнер), саҡмағоштар — яҙғы бойҙайҙан, арпанан һәм ҡарабойҙайҙан (26,9, 32,6 һәм 21,3), мәләүездәр һолонан (28) иң юғары уңыш ала, тип хәбәр итә республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика