Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.82
0
98.95
0
84.22
+0.34
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Май 2016, 16:57

Башҡортостан илдең картуфҡа бай биш төбәге иҫәбенә инде

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 4 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 2015 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан илдең картуф етештереүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшкән биш төбәге иҫәбенә инде.
Былтыр Воронеж өлкәһендә картуфтың уңышы 1 миллион 809 мең тоннанан ашыу, Татарстанда — 1 миллион 590 мең тонна, Брянск өлкәһендә — 1 миллион 315 мең тонна, Красноярск крайында — 1 миллион 151 мең тонна, Башҡортостанда — 1 миллион 133,5 мең тонна тәшкил иткән, тип билдәләнә Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының сайтында.
Дөйөм алғанда, былтыр ил буйынса картуф етештереү 6,8 процентҡа артты һәм 33,6 миллион тоннаға етте.
Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, республикала үҫтерелгән картуфтың 96 проценты шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға тура килә. Йыл һайын төбәктә 90 мең гектар майҙанда картуф ултыртыла.
Быйыл республика ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермер хужалыҡтары картуф ултыртыу өсөн 3,1 мең гектар ер бүлергә ниәтләй.
Читайте нас: