Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-19 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Март 2016, 15:08

21 марттан 28-нә тиклем республикала кәбеҫтә һәм һуған арзанайған — статистика

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 30 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. 21 марттан 28-нә тиклем республикала аҡ күсәнле кәбеҫтә (4,9 процентҡа), башлы һуған (2,4), көнбағыш майы (1,3) арзанайған, тип хәбәр итә Башҡортостанстат.
Тауыҡ йомортҡаһына (0,7) вермишелгә, стерилләнгән һөткә, картуфҡа хаҡ бер аҙ төшкән. Һыуытылған тауыҡ ите 0,6 процентҡа, тары ярмаһы, бөртөклө ҡара сәй, сусҡа ите, арыш икмәге — 0,3, дөгө 0,1 процентҡа арзанайған.
Шул уҡ ваҡытта аш тоҙо һәм кишер (1,2 процентҡа), туңдырылған балыҡ (0,6), аҡ май, ҡарабойҙай, алма, пастеризацияланған һөт, шәкәр ҡомо (0,4), бойҙай оно, икмәк һәм булка изделиелары (0,3), һыйыр ите (0,1) ҡиммәтләнгән. Һарыҡ итенә хаҡтар үҙгәрмәгән.
Читайте нас