Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
0
91.39
-0.55
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Март 2016, 17:27
Өфөлә бер эшһеҙгә рәсми рәүештә яҡынса бер вакансия тура килә
ӨФӨ, 2016 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың баш ҡалаһында теркәлгән эшһеҙлек кимәле 1,26 процент тәшкил итә.
Әлеге ваҡытта Өфөләге мәшғүллек хеҙмәтендә һигеҙ меңдән ашыу кеше иҫәптә тора. Шуларҙың ете меңдән ашыуы — эшһеҙ.
Ҡаланың вакансиялар банкында 7,5 мең самаһы буш эш урыны тураһында мәғлүмәт бар.
Хәҙер баш ҡалала тулы булмаған эш аҙнаһы шарттарында эшләгән 12 предприятие иҫәпләнә. Тулы булмаған эш ваҡытына күсерелгән хеҙмәткәрҙәр һаны 1,6 меңдән ашыу тәшкил итә, тип хәбәр иттеләр Өфөләге халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә.
Теги:
халыҡ мәшғүллеге
Читайте нас