Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-9 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Март 2016, 17:57
Ғинуар-февралдә төбәк торлаҡ тапшырыу буйынса Волга буйы федераль округында дүртенсе урын биләне
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 15 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. Быйыл ғинуар-февраль айҙарында Башҡортостан йән башына торлаҡ тапшырыу буйынса Волга буйы федераль округында дүртенсе урын биләне. Йорттарҙы файҙаланыуға тапшырыуҙың дөйөм күләме буйынса Татарстандан ҡала икенсе килә. Башҡортостанстат хәбәр итеүенсә, ике ай йомғаҡтары буйынса финанслауҙың бөтә сығанаҡтары иҫәбенә республикала дөйөм майҙаны 309,7 квадрат метрлыҡ 3415 фатир сафҡа индерелгән, был 2015 йылдың ғинуар-февраленә ҡарата 87,5 процент тәшкил итә.
Быйыл төҙөлгән торлаҡтың дөйөм күләме шәхси төҙөүселәргә тура килә — 76,3 процент. Улар үҙ иҫәбенә һәм кредиттар алып 236,4 мең квадрат метрлыҡ 2077 шәхси йорт төҙөгән. Был 2015 йылдың ошо уҡ осоронда төҙөлгән торлаҡ күләменән 1,6 процентҡа күберәк.
Теги:
төҙөлөш
торлаҡ
статистика
башҡортостанстат
Читайте нас