Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.74
-0.41
91.9
+0.06
62.51
+0.52
-5 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
2 Март 2016, 16:13

Өфөлә «Заманса ҡала-2016» төбәк-ара форумы үтә

ӨФӨ, 2016 йыл, 2 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 22 марттан 24-нә тиклем Өфөлә «Заманса ҡала-2016» төбәк-ара форумы үтә, унда Рәсәйҙең төҙөлөш комплексы проблемалары, төҙөлөштө, торлаҡ-коммуналь хужалыҡты хоҡуҡи көйләүҙең мөһим мәсьәләләре һәм башҡалар тикшерелә.
Бынан тыш, форум барышында «СтройТехЭкспо», «Коммуналь хужалыҡ» һәм «Юл» махсуслаштырылған күргәҙмәләрен уҙғарыу ҡаралған. Уларҙың төп маҡсаты — заманса технологиялар, граждандар, сәнәғәт, юл төҙөлөшө, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге ҡорамалдар һәм материалдар менән таныштыру һәм ғәмәлгә индереү, шулай уҡ төбәктәрҙең торлаҡ төҙөлөшө программаларын тормошҡа ашырыу буйынса тәжрибәһен дөйөмләштереү.
Форум Башҡортостандың Дәүләт төҙөлөшө, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы, Транспорт һәм юл төҙөлөшө буйынса дәүләт комитеты, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, республика төҙөүселәренең ғилми-техник берләшмәһе һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты ярҙамында үткәрелә.
«Заманса ҡала-2016» форумын уҙғарыу урыны: Менделеев урамы, 158, «ВДНХ-Экспо» комплексы.
Читайте нас