ӨФӨ, 2016 йыл, 3 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөлә «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһына яңы автобустар тапшырыу тантанаһы
булды. Газ яғыулығында эшләгән 22 «НефАЗ» федераль инвестиция программаһы сиктәрендә бюджет аҡсаһына һатып алынған. Һуңғы ике йылда «Башавтотранс» ҙур һыйҙырышлы 125 автобус («НефАЗдар») һәм үҙ иҫәбенә аҙ һыйҙырышлы 100 транспорт берәмеге («ПАЗдар») һатып алды. Шулай итеп, «Башавтотранс» паркы 20 процентҡа яңыртылды.