Шаршамбы, 15 Апрель 2026
|
Өфө
+16 °С
09:48 (UTC+5), 29 Ғинуар 2016

Баш ҡалала икенсел баҙарҙағы фатирҙар 3,6 процентҡа арзанайған

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 29 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөлә икенсел торлаҡ арзанайҙы. «Фатирҙар донъяһы» федераль күсемһеҙ милек порталы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостандың баш ҡалаһы квадрат метрҙың «кире яҡҡа үҫеше» күҙәтелгән ҡалалар исемлегенә инде. Өфөлә икенсел торлаҡтың бер квадрат метрының уртаса хаҡы 66 074 һум тәшкил иткән. «Уртаса» фатирҙың хаҡы — 3 миллион 814 мең һум. Хаҡтар 3,6 процентҡа төшкән.
Мәскәүҙә икенсел торлаҡ 26 миллион һум тора (хаҡтарҙың 12,5 процентҡа кәмеүен иҫәпкә алғанда). Санкт-Петербургта фатирҙар дүрт процентҡа ҡиммәтләнгән, һөҙөмтәлә уртаса хаҡ — 9,8 миллион. Иң ҡиммәтле фатирҙар Сочиҙа (5 миллион), Владивостокта (5 миллион самаһы), Екатеринбургта (4,4 миллион самаһы).
Иң арзан фатирҙар Киров, Брянск, Түбәнге Тагил, Новокузнецк һәм Магнитогорск ҡалаларында — хаҡтары 2,1 миллиондан 1,6 миллион һумға тиклем.
«Фатирҙар донъяһы» күҙаллауынса, 2016 йылда хаҡтар төбәккә ҡарап 5-15 процентҡа тиклем төшәсәк. Һатыу ваҡыты былтырғы 10-12 ай менән сағыштырғанда уртаса йыл ярымға һуҙыласаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә яңы төҙөлгән йорттар бер йылда биш процентҡа арзанайған.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика