Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-27 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Декабрь 2015, 16:33

«Башкиравтодор» хаҡы 5 миллиард һумдан ашыу булған контракт алды

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2015 йыл, 16 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. «Башкиравтодор» асыҡ акционерҙар йәмғиәте 2016-2017 йылдарҙа төбәк һәм муниципаль юлдарҙы тейешле хәлдә тотоу өсөн 5,34 миллиард һумлыҡ контракт алды. Был хаҡта «Коммерсант» гәзите хәбәр итә. Эштәр республиканың Юл фондынан финанслана. 2016 йылда подрядсы — 2,56, 2017 йылда 2,68 миллиард һум аласаҡ.
Бынан алдағы ике йыллыҡ контрактты ла «Башкиравтодор» алғайны, уның хаҡы 4,7 миллиард һум тәшкил иткән. Шулай итеп, киләһе ике йылда республика юлдарын ҡарау 10 процентҡа ҡиммәткә төшәсәк.
Читайте нас