07:26 (UTC+5), 26 Октябрь 2015

Башҡортостан эшҡыуарҙарын IV Халыҡ-ара кадрҙар форумына саҡыралар

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 26 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостан эшҡыуарҙарын «Яңы шарттарҙа кеше капиталы менән идара итеү һөҙөмтәлелеген арттырыу» IV Халыҡ-ара кадрҙар форумына саҡыралар. Сара 28-29 октябрҙә Өфөлә уҙа. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына республиканың Тренерҙар һәм консультанттар ассоциацияһы президенты Роза Ремеева хәбәр итте.
Ғәҙәттәгесә, форумда республика дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары, Рәсәй төбәктәре вәкилдәре, ҙур, урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ компаниялары етәкселәре, HR-хеҙмәте етәкселәре, HR-хеҙмәте провайдерҙары, бизнес-тренерҙар, фәнни һәм мәғариф учреждениелары вәкилдәре ҡатнаша.
Форум программаһында төрлө темалар буйынса махсуслаштырылған күргәҙмәләр, дискуссия майҙансыҡтары, интенсив-сессиялар һәм оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған. Шулай уҡ тәүге тапҡыр «Үҙ бизнесыңды уңышлы ит» эшлекле уйынын һәм ҙур корпорацияларҙың кейс-чемпионатын уҙғарыу күҙ уңында тотола.
Ойоштороусылар — Башҡортостан Башлығы Хакимиәте, республика Хөкүмәте, «ФБС» автономлы коммерцияға ҡарамаған өҫтәмә белем биреү ойошмаһы эшҡыуарлыҡ мәктәбе (First Business School), «АНКОР» кадрҙар холдингы, Башҡортостанда Рәсәй сәйәсәте мәктәбе, оператор — Башҡортостандың Тренерҙар һәм консультанттар ассоциацияһы. Сараның партнерҙары — республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Мәғариф министрлыҡтары.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика