Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.29
+0.04
99.56
+0.2
88.17
-0.28
17+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Октябрь 2015, 11:24

Рөстәм Хәмитов «Сколково» инновация үҙәгендә булды

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2015 йыл, 13 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 12 октябрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Сколково» инновация үҙәгендә булды.
Үҙәктең презентацияһында «Сколково» фонды идараһы рәйесе Андрей Буренин һәм фондтың вице-президенты Николай Грачев технополистың структураһы, эш принциптары, резиденттарҙың ғилми эштәре һәм үҫеш перспективалары хаҡында һөйләне. Фондтың эшмәкәрлеге инновация процесы өсөн уңайлы шарттар булдырыуға йүнәлтелгән. Ғалимдар, конструкторҙар, инженерҙар һәм эшҡыуарҙар мәғариф проекттарында ҡатнашыусылар менән бергә донъя кимәлендәге конкурентлыҡҡа һәләтле асыштар өҫтөндә эшләйәсәк. «Сколково»ла ҡатнашыусылар составына — 1070, шул иҫәптән Башҡортостандан 15 технологик стартап-компания ингән. Бынан тыш, 58 ҙур халыҡ-ара һәм илебеҙ компаниялары «Сколково»ла НИОКР-подразделениелар урынлаштырыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Бөгөнгө көнгә Инновация үҙәге сиктәрендә мәғлүмәт, биомедицина, һөҙөмтәле, ядро һәм йыһан технологиялары кластерҙары булдырылған. Быйыл «Сколково» фонды үҙенең эшмәкәрлегендә агросәнәғәт комплексындағы инновацияларға бәйле яңы йүнәлеште үҫтерә башланы.
«Сколково» активтар һәм сервистар менән идара итеү буйынса берләштерелгән дирекцияның генераль директоры Антон Яковенко Башҡортостан Башлығын үҙәктең инфраструктураһы менән таныштырҙы. 400 гектар йәшелләндерелгән биләмәлә Сколково фән һәм технологиялар институты, технопарк, эшлекле үҙәк, стартап өсөн йорт, торлаҡ кварталдар, социаль инфраструктура (балалар баҡсалары, мәктәптәр) буласаҡ. Дөйөм алғанда, күсемһеҙ милектең майҙаны 2,6 миллион квадрат метр тәшкил итәсәк. Технопарк прототип, метрологик тикшереүҙәр, биомедицина сервисы буйынса коллектив файҙаланыу үҙәктәрен үҙ эсенә ала, һынау үҙәге хеҙмәттәрен тәҡдим итә.
«Аҡыллы ҡала» системаһы транспорт ағымын ҡулайлаштырасаҡ, яҡтыртыу, еллләтеү менән идара итәсәк, энергияны ҡулланыуҙы контролдә тоторға ярҙам итәсәк.
Хәҙерге ваҡытта инноград биләмәһендә проектлау һәм төҙөлөш эштәре алып барыла, ҡала инфраструктураһының тәүге объекттары файҙаланыуға тапшырылған һәм эшләй, юлдар һалынған һәм инженер коммуникациялары һуҙылған, төҙөкләндереү эштәре үткәрелгән. Төҙөлөштө 2020 йылға тамамлау күҙаллана.
«Сколково» резиденттары һәм уларҙың ғаилә ағзалары, студенттар һәм уҡытыусылар, социаль объект хеҙмәткәрҙәре өсөн бында уңайлы апартаменттар, коттедждар һәм таунхаустар төҙөлә.
— Фән докторы булараҡ миңә һеҙҙең идеология, алымдар, технологик аспекттар оҡшай, — тине Рөстәм Хәмитов.
«Сколково» фондының Башҡортостан менән үҙ-ара эш итеүенең аныҡ йүнәлештәре сифатында нефть тармағы өсөн һынау полигонын булдырыу проекты, «Аҡыллы ҡала» проекттары буйынса үҙ-ара эш итеү, «Башҡортостан социаль карталар регистры» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән берлектә эшләү тәҡдиме индерелде.
Читайте нас: