Шишәмбе, 14 Апрель 2026
|
Өфө
+11 °С
11:58 (UTC+5), 28 Сентябрь 2015

Истанбул һәм Анкара туроператорҙары вәкилдәре Башҡортостандың туристик ҡеүәте менән танышасаҡ

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 28 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 29 сентябрҙән 3 октябргә тиклем Истанбул һәм Анкара туроператорҙары вәкилдәре Башҡортостандың туристик ҡеүәте менән танышасаҡ. Таныштырыу турын ойоштороусылар булып республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, шулай уҡ ҡунаҡхана бизнесы вәкилдәре булышлығында «Төркиә авиалиниялары» авиакомпанияһының Өфөләге вәкиллеге һәм «Урал батыр» милли туроператоры сығыш яһай.
«Төркиә ҡунаҡтары Өфөнөң иҫтәлекле урындарын һәм Башҡортостан тәбиғәтенең матурлығын күрәсәк. Программала Баймаҡ, Әбйәлил, Белорет һәм Ғафури райондарына, шифаханаларға, «Шүлгәнташ» ҡурсаулығына барыу ҡаралған, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына республика Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетының матбуғат секретары Лилиә Ғәбдрәхимова. — Бөгөн сит илдәрҙән туристарҙы йәлеп итеү республикабыҙ өсөн бик мөһим. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов та әйтте».
2 октябрҙә «Hilton Garden Inn Ufa Riverside» ҡунаҡханаһында таныштырыу турына йомғаҡ яһаласаҡ. Сара киске сәғәт 7-лә башлана.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика