09:37 (UTC+5), 11 Сентября 2015

Өфө халыҡ-ара умартасылар конгресын уҙғарыу хоҡуғы өсөн көрәшергә әҙер

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. Өфө халыҡ-ара умартасылар конгресын уҙғарыу хоҡуғы өсөн көрәшергә әҙер. Башҡортостандың баш ҡалаһы 2021 йылда «Апимондия» умартасылар ассоциациялары халыҡ-ара федерацияһының 47-се конгресын үткәреүгә дәғүә итеүсе ҡала сифатында сығыш яһарға әҙерләнә.
Башҡортостан Башлығының бойороғона ярашлы, заявка кампанияһына әҙерлек эштәре менән вице-премьер Илшат Тажетдинов етәкселегендәге махсус төркөм шөғөлләнәсәк. 1 декабргә тиклем эште ойоштороу буйынса саралар планын әҙерләргә һәм раҫлауға индерергә кәрәк.
Рөстәм Хәмитов Умартасылар ассоциацияларының халыҡ-ара федерацияһы президенты Жиль Ратиа менән осрашыуҙа республиканың баш ҡалаһында «Апимондия» конгресын үткәрергә тәҡдим иткәйне. Өфөлә уҙғарылған ШОС һәм БРИКС саммиттарынан һуң бында ошондай сара өсөн бөтә кәрәкле инфраструктура бар, тип билдәләнде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика