Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Сентябрь 2015, 12:09

Республика игенселәре ике миллион тоннанан ашыу ашлыҡ йыйып алған

Андрей Старостин
Андрей Старостин
ӨФӨ, 2015 йыл, 10 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанда аграрийҙар ике миллион тоннанан ашыу иген йыйып алған, тип хәбәр иттеләр республика Ауыл хужалығының матбуғат хеҙмәтендә.
Бөртөклөләр һәм ҡуҙаҡлылар 1186 мең гектарҙа сабылған (68 процент), 1155 мең гектарҙа (66 процент) һуғылған. Гектарынан уртаса уңыш 17,6 центнер булғанда 2031 мең тонна ашлыҡ һуғып алынған.
Хәйбуллалар ҙа ураҡ эштәрен тамамлау өҫтөндә — уларға майҙандарҙың 5 процентын йыйып алырға кәрәк. Йылайыр, Краснокама, Стәрлебаш һәм Шаран райондарында 80 проценттан ашыу майҙандарҙа иген һуғылған. Саҡмағош һәм Мәләүез районы баҫыуҙарында юғары уңдырышлылыҡ һаҡлана — бында әүәлгесә 28 һәм 27,7 центнер уңыш алына. Мәләүез һәм Стәрлетамаҡ райондарында 100 мең тоннанан ашыу ашлыҡ һуғылған.
Читайте нас