Күргәҙмә сиктәрендә 17 тармаҡ конкурстарынан торған
программа ҡаралған, унда агросәнәғәт комплексында инновациялар өлкәһендәге ҡаҙаныштар, үҫемлекселек продукцияһын үҫтереүҙә һәм тупраҡтың уңдырышлылығын арттырыуҙа юғары күрһәткестәр, шулай уҡ иң яҡшы ғаилә малсылыҡ фермалары, крәҫтиән хужалыҡтары баһалана.