Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-18 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Июль 2015, 16:39

Өфөнөң төньяғындағы Новоалександровка ҡасабаһы сәнәғәт кластеры булараҡ үҫешәсәк

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Өфөнөң төньяғындағы ташландыҡ Новоалександровка ҡасабаһы сәнәғәт йүнәлеше буйынса кластер булараҡ үҫешәсәк. Был хаҡта Өфө хакимиәтенең Баш архитектура һәм ҡала төҙөлөшө идаралығы етәксеһе Илдар Ибраһимов мэрияла үткән матбуғат конференцияһында белдерҙе.
— Әлеге ваҡытта планлаштырыу документтары менән шөғөлләнәбеҙ, — тип һөйләне Илдар Ибраһимов. — Аңлашыла, был биләмәлә сәнәғәт предприятиелары ғына буласаҡ, башҡа объекттар өсөн санитар-һаҡлау зоналарын үтәү мөһим.
Новоалександровка ҡасабаһы Өфөнөң төньяғында Ағиҙел буйында урынлашҡан. 1992 йылдан 1995 йылға тиклем халыҡты нефть сәнәғәте предприятиеларының санитар-һаҡлау зоналарынан ситкә күсергәндәр.
Теги: сәнәғәт
Читайте нас