Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-4 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Июль 2015, 16:42
Башҡортостанда — яңы иҡтисади үҫеш министры
Альберт Заһиров
ӨФӨ, 2015 йыл, 20 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Сергей Новиков Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры вазифаһына тәғәйенләнде. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов уның тәғәйенләнеүе тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Сергей Новиков икенсе эшкә күсеү сәбәпле
вазифаһын ҡалдырған
Александр Васильевты алмаштырҙы.
Сергей Владимирович Новиков 1977 йылдың 8 декабрендә Өфөлә тыуған. Өфө дәүләт авиация техник университетын «Финанстар һәм кредит» специальносы буйынса тамамлаған. Иҡтисад фәндәре кандидаты. Хеҙмәт юлын 1997 йылда «Уралавиаспецтехнология» ғилми-етештереү предприятиеһы менеджеры булып башлай. 2010 йылдан 2015 йылға тиклем Башҡортостандың Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын биләй.
Теги:
кадрҙар
тәғәйенләүҙәр
Читайте нас