09:35 (UTC+5), 05 Июня 2015

«Ямал — Волга буйы» проекты эшкәртеүсе заводтар селтәрен булдырыуҙы күҙ уңында тота — Михаил Бабич

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 5 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. «Ямал — Волга буйы» проекты углеводород ташыуҙы ғына түгел, шулай уҡ эшкәртеүсе ҡеүәттәрҙе үҫтереүҙе күҙ уңында тота. Был Рәсәйгә донъяның нефть химияһы продукцияһы баҙарында конкуренция алып барырға мөмкинлек бирәсәк, тип билдәләнде проектты ғәмәлгә ашырыуға әҙерлек мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә. Кәңәшмә Мәскәүҙә Рәсәйҙең Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич рәйеслегендә үтте. Ҡатнашыусылар араһында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, Татарстан президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Миңлеханов, Ямал-Ненец автономиялы округы губернаторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Дмитрий Кобылкин, илдең энергетика министры урынбаҫары Кирилл Молодцов, предприятие вәкилдәре, «Ямал — Волга буйы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәкселеге булды, тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса Баш федераль инспекторҙың матбуғат хеҙмәте.
Кәңәшмәлә проекттың хәҙерге статусы һәм уны ғәмәлгә ашырыу мөмкинлектәре тикшерелде. Әлеге мәлгә ҙур әҙерлек эштәре башҡарылған: сеймал менән тәьмин итеүселәр һәм уны эшкәртеүселәр менән һөйләшелгән, проекттың финанс-иҡтисади һәм технологик параметрҙары билдәләнгән.
2012 йылдың майында Өфөлә «Ҙур химия» форумында Башҡортостан, Татарстан һәм Ямал-Ненец автономиялы округы араһында Ямал — Волга буйы маршруты буйынса нефть химияһы өсөн углеводород сеймалы ташыу өлкәһендәге ниәттәр тураһындағы протоколға ҡул ҡуйылды. 2013 йылдың 30 ғинуарында проектты тормошҡа ашырыу өсөн 45 миллион һум күләмендәге устав капиталы менән «Ямал — Волга буйы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте булдырылды. Уның ойоштороусылары — «Төбәк фонды» асыҡ акционерҙар йәмғиәте (акцияларҙың 33,3 проценты), «Ямал» инновация-инвестиция фонды» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы (33,3) һәм «Нижнекамскнефтехим» асыҡ акционерҙар йәмғиәте (33,4).
Проектты ғәмәлгә ашырыуға күп аҡса талап ителеүгә бәйле бөгөнгө көндә проект тотҡарлана. Rupec хәбәр итеүенсә, консорциум ойошторолған ваҡытта проекттың хаҡы 80-120 миллиард һумға баһаланған. Рәсәйҙең Энергетика министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, хәҙер ул 427,3 миллиард һумға еткән.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика